КОМПАНИЯ ТУРАҺЫНДА

«Салауат» телекомпанияһы үҙ тапшырыуы менән тәүге тапҡыр эфирға 1999 йылдың 31 декабрендә сыға.  Ә инде 2000-се йылдың март айынан программалар даими рәүештә сыға башлай. Әммә тыуған көнө итеп «Салауат» телекомпанияһы нәк 1999 йылдың 31 декабрен иҫәпләй. 

Тәү башлап «Салауат» телекомпанияһы фәҡҡәт бер генә тапшырыу өҫтөндә эшләй. Әлбиттә ул яңылыҡтар – “Эхо недели” (Аҙна шаңдауы). Жанарға ярашлы хәбәрселәр әлбиттә халыҡҡа аҙнаһына бер дүшәмбе һайын  30 минут дауамында ҡала яңылыҡтарын еткерә ине. Артабан инде заман талаптары үҙгәрҙе, улда булһа яҙылған материалдар, видео,тауыш сифатына, хәбәрсе оҫталығына  ғына түгел, хатта эфирға сығыу һанына ла. 

Бөгөнгө көндә «Салауат» телекомпанияһы эфирға көн һайын 30 минутлыҡ оригиналь контент менән тамашасы алдына сыға. Әлбиттә иң тәүҙә ул «Салават Сегодня» (Бөгөнгө Салауат) яңылыҡтар – 15 мин, аҙнаһына бер – “Салават Сегодня. Итоги» – аҙна яңылыҡтары – 30 мин. Бынан тыш, зәңгәр экрандарҙа даими рәүештә башҡа программаларҙа донья күрҙе – «Территория Культуры» (Мәҙәниәт территорияһы), «Территория Спорта» (Спорт территорияһы), «Духовная среда» (Иманлы мөхит), «Школа мастеров» (Оҫталыҡ мәктәбе), «Музыкальная фасоль-ка» (Моңло фасоль-сәк), «Музыкальная минутка SLV» (Моңло тиҙгес.  SLV) һәм беҙҙең ғорурлыҡ башҡорт телендәге «Йәнтөйәк». 

Шул уҡ ваҡытта беҙҙең башҡа,тематик тапшырыуҙарҙан тыш, проекттар бар: «Наше достояние» (Ҡаҙанышыбыҙ) – ҡалабыҙҙы тәүге төҙөүселәре, хөрмәтле һәм данлы салауаттар хаҡында. «Современник”(Замандаш) – беҙҙең  йәш замандаштарыбыҙ хаҡында,  «Истории Великой Победы» (Бөйөк еңеү хәтирәләре), «Снимаю проблему» (Проблеманы төшөрәм) һәм башҡалар.

«Салауат» телекопанияһының рәсми сайты, «ВКонтакте»  һәм  «Инстаграмм» социаль селтәрҙәрендә махсус  төркөмдәребеҙ  бар. 

Беҙҙең төп маҡсат – информацияға ҡарата ғәҙеллек һәм тамашасыны хөрмәтләү, төп гражданлыҡ һәм үҙ исемебеҙ менән эфирға сыҡҡан материалдар  алдында яуаплылыҡ. Беҙ оло ҡалалларҙа йәшәмәйбеҙ. Һәр кемебеҙ Салауатта таналған. Шуға ла,тамашасы беҙҙе күреп-белеп сюжеттарыбыҙҙы баһалай ала. Әлбиттә ощо  хәл һәм шулай уҡ халыҡтың ышанысы һәм рәхмәтлелеге  эшебеҙгә ҡеүәт өҫтәй. Шуға күрә лә беҙҙең эштә  ябай темалар юҡ – Республика башлығы килһен ме, йәки берәй апайҙың фатирында түбәһенән һыу аға мы – былар барыһыла мөһим.    

Элбиттә,беҙҙең тапшырыуҙар үҙәк телеканлдарҙыҡынан айырмаһы бар – беҙ үтә кешелекле. Урындағы телевидениенан һәр кеше яңылыҡтарҙан тыш, балаһын, танышын, күршеһен, әхирәтен күреп ҡалырға ынтыла. Хеҙмәт  иткән предприятияһы хаҡында белергә ашыға. Шуға ла беҙҙең материалдар дауамлыраҡ та, төплөрәк тә,тәфсирлерәк тә.    

Беҙҙең иң төп милек – ул беҙҙең хеҙмәткәрҙәр. Коллективта барыһы 21 кеше. Уларҙың 15 – ижади хеҙмәткәр: 6 хәбәрсе, 4 телеоператор,  3 монтажсы,  яуаплы сығарыусы һәм баш мөхәррир.  Һәр киң мәғлүмәт сараларында кеүек ук психологик һәм физик яҡтан да йөклөмә ифратта ҙур. Әммә беҙ барыһында еңеп сығабыҙ!  Егеттәр-ҡыҙҙар барыһы ла йәш, ижади, эшләргә оло телек менән килгәндәр. Нәк улар көн һайын, байрам мы, ял мы тип тормай, иртән иртүк ме, ҡараңғы  кис ме тип уйламай, ел-ямғырҙан ҡурҡмай – ҡулдарына микрофон һәм камера тотоп  салауаттарға хеҙмәт итә. 


Бөгөнгө көндә «Салауат» телекомпанияһы эфирға көн һайын 30 минутлыҡ оригиналь контент менән тамашасы алдына сыға. 

Документтар

Компания шәхес

Альфира Сабитова

Баш мөхәррир

Олег Халиуллин

Яуаплы сығарыусы

Азат Мукмензянов

Баш монтажёр

Дмитрий Гильманов

Монтажёр

Андрей Чернов

Монтажёр

Зульфия Суяргулова

Махсус хәбәрсе

Лилия Шаниязова

Хәбәрсе

Светлана Халитова

Хәбәрсе

Рустем Гайнанов

Телеоператор

Вячеслав Скосырский

Телеоператор

Олег Долгушин

Телеоператор

БЕҘҘЕҢ ПАРТНЕРҘАР