
Салауат башҡорт дәүләт драма театры 92-се ижад миҙгелен япты.
Күптән түгел Салауат драма театры ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Кисәне ижади коллектив Зәйтүнә премьераһы менән япты. Шулай уҡ «Иң яҡшы актер» премияһы ла тапшырылды. Бынан тыш, йыл дауамында уңышлы эшләп килгән хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Почет грамоталары бирелде.
Ҡулында тап ошондай мылтыҡ менән Салауат башҡорт драма театрында ҡуйылған спектаклдең төп героиняһы - Зәйтүнә Албаева һуңғы минуттарын ҡаршы ала. Был хәрби ҡоралдар Бөйөк Ватан һуғышы үткән урындарҙан табылған. Театрға улар Ҡара генерал эҙәрмәндәр отряды тарафынан алып киленгән. Һәм бөгөн мәҙәниәт усағында ошондай хәрби артефакттар күргәҙмәһе ойоштороу буштан түгел, сөнки был кистә күрһәтелгән Зәйтүнә премьераһы тап ошо ҡәһәрле осорға арнап эшләнгән сәхнә әҫәре.
тулыраҡ - https://vk.com/tk_salavat?from=groups&z=video-39758439_456249029%2Fpl_-39758439_-2