Сәхнәнең йәш йондоҙо -Богдан Сәфәрғәлиев. Малай ни өсөн башҡорт йырҙарын ярата.
Музыка донъяһында әллә күпме жанрҙар һәм стилдәр бар, һәм һәр йырсы үҙенең башҡарыу үҙенсәлеге менән айырылып тора. Шундай талантлы йәш артистарҙың береһе-Богдан Сәфәрғәлиев. Богдан үҙенең иҫ киткес тауышы менән генә түгел, башҡорт йырҙарына тәрән һөйөүе менән дә тыңлаусыларҙың йөрәктәрен яулай. Был дәрт малайҙың йөрәгендә нисек барлыҡҡа килгән, һәм ул ни өсөн башҡорт йырҙарын йырлай. Бөгөн Богдандың ғаиләһе менән осрашып ошо турала белербеҙ.
Ошолай саф башҡортса дәртле һәм рухлы итеп йырлаған был егетте салауаттарға таныштырып тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Богдан Сәфәрғәлиевты күптәр белә һәм уны таныйҙар тип әйтергә була. Ҡалала уҙған бер генә сара, концерт-фестивалдәр уның ҡатнашыуынан тыш уҙмай, Богдан һәр ваҡыт сәхнә түрендә йырлап йөрөй.
https://vk.com/tk_salavat?from=groups&w=wall-39758439_53011