Һағынып көтөп алған йәй тамамланып, мәктәптә уҡыуҙар башланды. Яңы уҡыу йылын айырыуса тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап үткән беренселәр һәм уларҙың ата-әсәһе көтөп ала. 2 сентябрь көнө ҡалабыҙҙың барлыҡ уҡыу йорттарында байрам саралары уҙҙы. Йылдағыса, беҙ 25-се башҡорт гимназияһында, ошондай байрам линейкаһында булып ҡайттыҡ.
25-се башҡорт гимназияһы тәүге уҡыу көнөндә үҙенең ҙур һәм татыу ғаиләһенә 58 беренсе класс уҡыусыһын ҡабул итте. Малай-ҡыҙҙарҙың был тәүге тапҡыр мәктәп формаларын кейеп, тантаналы линейкаға йыйылыуы. Әлбиттә, байрам беренселәр өсөн генә тулҡынландырғыс түгел, барса уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусы егет-ҡыҙҙарға ҡағыла. Быйыл гимназияға барлығы 777 уҡыусы килгән.Артабан был турала ентекләберәк
https://vk.com/tk_salavat?z=video-39758439_456248182%2F8629f7a15ddb869a49%2Fpl_wall_-39758439