Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе ул – әсәй. Шуны ла билдәләп үтергә була, кәрәк икән әсәйҙәр көслө лә була белә. Арабыҙҙа балаларын үҙҙәре генә тәрбиәләгән ҡатындар бар. Нурзилә Рахманова өс улына атай ҙа, әсәй ҙә булып тора.
Ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин - https://vk.com/video-39758439_456249593