
Оло йәштәге яҡташыбыҙ Гөлсирә Фәйзуллинаның күңелендә һәр ваҡыт яҙ. Шуға ла уның шиғырҙары йөрәгенән ағылып ҡына тора.
Ҡалала үҙенең тормош юлы, хеҙмәте менән күптәргә өлгө булырлыҡ салауаттар күп. Шулар араһында олпат йәшкә еткән, әммә йәшәү дәртен, ижадҡа һөйөүен юғатлмаған ағинәй Гөлсирә Ғариф ҡыҙы Фәйзуллина ла бар. Бөгөн уның бәхете серен, шиғырҙарының инеше ҡайҙан башланыуын беләбеҙ.
Гөлсирә Ғариф ҡыҙы Фәйзуллина Салауатта ижад һөйгән, ҡәләм тибрәтергә яратыусыларға яҡшы таныш. Ул ҡаланың ғорурланырлыҡ, өлгө алырлыҡ ағинәйҙәренең береһе. Бөгөн олпат 85 йәшен барлаған инәй, ҙур һуғыш алдынан ғына, 1940 йылдың башында донъяға килә. Атаһын һуғышҡа алыу менән улар олатаһы менән өләсәһе янына, Ишембай районының Әптек ауылына ҡайталар.
https://vk.com/tk_salavat?from=groups&w=wall-39758439_50259