ИНӘЙҘӘР ТУҠМАС ҠЫРҠА
Алғы һыҙыҡтағылар өсөн тыуған яҡтары менән бәйләнеш, беҙҙең ярҙам, хәстәрлек һәм иғтибар бик мөһим. Ҡала халҡы быны яҡшы аңлай һәм һәр кем яҡташ яугирҙарыбыҙға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ынтыла. Салауат инәйҙәре бергәләп йыйылып өй туҡмастары ҡырҡа башлаған.
