китап туйы гөрләне

25 июля в 13:22 / 32 просмотра

китап туйы гөрләне

10-сы китапханалар залына китап уҡыусылар түгел, ә киреһенсә уны яҙыусылар йыйылған. Бөгөн бында «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе ағзалары Рәзилә Мәсәғүтова һәм Нурия Бикбаева үҙҙәренең китаптарының исем туйын билдәләй. Авторҙарҙы ҡотларға уларҙың туғандары, ҡәләмдәш дуҫтары һәм яҡындары йыйылды.

Ысынлап та, апайҙарҙың был китаптары уларҙың рух емештәре булып тора.  Әйткәндәй, Рәзилә апай Мәсәғүтованың Бәхет асҡысы тип аталған был китабы уның икенсе ижад емеше. Китапта авторҙың мөхәббәт, изгелек, иман тураһында яҙылған шиғырҙары индерелгән. Бынан тыш, атай-олатайҙарының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары, уларҙың яу яланында батырҙарса һәләк булып ҡалыуҙары хаҡында әҫәрҙәре тупланған. архив материалдары менән байытылған был яҙмаларын Рәзилә  Байыҡ ҡыҙы киләһе быуынға хәтер итеп ҡалдырыу, бер урынға туплау өсөн эшләгән.

Ә бына Ҡышҡы яҙым һин тип аталған йыйынтыҡтың авторы Нурия Бикбаева әҙәбиәткә йыл ярым элек кенә килеп инә. Ошо арауыҡта ул бер китаплыҡ шиғырҙар йыйып өлгөрә. Ғүмер буйы башланғыс класттар уҡытыусыһы булып эшләгән Нурия апайға рифма, ритм, темалар уйлап ултырыу үтә ауыр бирелмәй. Тәүге шиғырҙарым беҙҙең изге Торатау тауына арналды, был китабымда уларҙың бер нисәүһе урын алған тип, берәүһен һөйләп тә ишететерҙе Нурия апай.

тулыраҡ видеояҙмала - https://vk.com/tk_salavat?z=video-39758439_456248090%2F8f2abe068919ce6616%2Fpl_wall_-39758439

Мәҡәлә менән уртаҡлашыу

Иң танылғаны