"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының зона этабы башланды. Салауаттың өс ғаиләһе ҡала данын яҡлап сығыш яһай.
Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этаптары башланды. Салауат быйыл өсөнсөгә был конкурстың зона үҙәге итеп билдәләнде. Бәйге республикала башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы һәм үҫтереүсе өлгөлө ғаиләләрҙе билдәләү маҡсатында ойошторола. Салауат ҡалаһында уҙған зона этабында Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Миәкә, Ғафури, Бишбүләк райондарынан ғаиләләр ҡатнаша. Улар өс номинация «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә йолалары һәм ҡимммәттәре» буйынса һынау тота.