"Әннәби" мәсетенең ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Күптән түгел имам йортонда балалар булып ҡайтты.
Ҡаланың имам йорттарының береһе бәләкәй ҡунаҡтар өсөн үҙ ишектәрен асты. Күптән түгел "Әннәби" мәсетендә малай-ҡыҙҙар өсөн мауыҡтырғыс осрашыу ойошторолдо. Балалар ислам йортоноң нисек төҙөлеүе, ғибәҙәтхана эсендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм дини мәҙәниәт үҙенсәлектәре тураһында танышты. Мәғрифәтселек саралары ниндәй маҡсат менән бындай ойошторола - артабан беҙҙең репортаждан ҡарағыҙ.
Күптән түгел Әннәби мәсетенең ишектәре тағы ла балалар өсөн асылды. Имам йорто менән танышыр өсөн бында малай-ҡыҙҙар килде. Мосолман ҡағиҙәләре буйынса, һәр эште башлар алдынан изге Көрьәндән аят сүрәләре уҡыла. Балалар өсөн дә сәйәхәт башында Абдрахиҡ хәҙрәт башҡарыуында аяттар яңғыраны.
Тулыраҡ һылтанма буйынса ҡарағыҙ - https://vk.com/tk_salavat?from=groups&z=video-39758439_456249341%2Fvideos-39758439%2Fpl_-397...