Милли йолаларҙы тергеҙеп

12 апреля в 16:25 / 8 просмотров

Милли йолаларҙы тергеҙеп
Башҡортостан район-ҡалаларында фольклор коллективтары нисек йәшәй, улар күпме, нисек үҫешә, мәҙәниәт усаҡтарында белгестәр етәме һәм ғөмүмән, республикала халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән эш нисек алып барыла. Күптән түгел ошо турала Кушнаренко таңдары тип аталған ауыҙ-тел ижады республика фестивалендә һүҙ алып барылды. Һәм, әлбиттә, фольклор коллективтарының сығыштары баһаланды. Унда Салауат ҡалаһы вәкилдәре лә ҡатнашып, дипломдар менән ҡайтты.

Ошо көндәрҙә төйәгебеҙҙең мәҙәниәтен яратыусылар, фольклор ансамблдәре ҙур бер майҙанға йыйылды. Башҡортостанда киң билдәле булған сара - “Кушнаренко таңдары” ауыҙ-тел ижады республика фестивале уҙҙы. Унда беҙҙең ҡаланың Дуҫлыҡ халыҡ эстрада-фольклор ансамбле лә ҡатнашты. Салауаттар бәйгелә сертификат һәм «Башҡортостан Республикаһының халыҡ йолаларын һаҡлаған һәм популярлаштырғаны өсөн» номинацияһында еңеүсе булды.

 https://vkvideo.ru/video-39758439_456248805

Мәҡәлә менән уртаҡлашыу