Моряк һәр ваҡыт моряк булып ҡала

23 февраля в 10:12 / 10 просмотров

Моряк һәр ваҡыт моряк булып ҡала

Таныш булығыҙ – Фәнил Хөснулла улы Зәйнетдинов. Ҡалабыҙҙа йәшәүсе ысын һалдаттарҙың береһе ул. Фәнил ағай хәрби-диңгеҙ флоты ветераны, ул бала саҡтан сит ҡитғалар күрергә, зәңгәр диңгеҙҙәр ҙә йөҙөргә, моряк булырға хыяллана.

Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Фәнил ағай 1974 йылда һалдатҡа саҡырала. Военкоматта егеттәрҙе махсус ғәскәрҙәргә бүлгәндә - мине мотлаҡ хәрби-диңгеҙ флотына яҙығыҙ, моряк булаһым килә тип белдерә ул. Яңы ғына училищены тамамлаған 22 йәшлек егетте ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Балтик флотына ебәрәләр. Унда ул теүәл өс йыл хеҙмәт итә.

Фәнил Хөснулла улына хеҙмәт иткән ваҡытында ике тапҡыр Ер шарын урап сығырға насип була. Әрме йылдарында күрһәткән белеме һәм курсанттар менән эшләү оҫталығы өсөн офицерҙар уны махсус белем алырға өгөтләп ҡарай, әммә Фәнил ағай нисек кенә диңгеҙҙе яратһа ла, ризалашмай, 1977 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Һәм, уның фекеренсә, һәр бер егеткә мотлаҡ әрмегә барып, һалдат һурпаһын эсеп ҡайтырға кәрәк.

Тулыраҡ һылтанма буйынса - https://vk.com/tk_salavat?z=video-39758439_456248657%2Fvideos-39758439%2Fpl_-39758439_-2

Мәҡәлә менән уртаҡлашыу