Бишбүләк районының Ҡасим ауылы үҙенең тарихын 1921 йылда башлай. 103 йыл эсендә бында бер быуын ғына алмашынмай, күптәре төрлө яҡтарға таралһа ла улар тамырҙарын һәм тыуған ауылдарын һис онотмай. Бөгөн Ҡасимда 110 кеше йәшәй, ауыл бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бында тормош ҡайнай, Эшһөйәр ғаиләләр гөрләтеп хужалыҡ алып бара, балалар тәрбиәләй. Һәм бына 11 йыл дауамында ҡасимдар Нигеҙ ташына һуҡмаҡ тигән матур байрам ойоштороп килә. Ауылдаштар һөйләүенсә, сараны башлап ебәреүсе булып 82 йәшлек Баян Искәндәр улы Хәсәнов тора.
Байрам йыл һайын июлдең беренсе шәмбеһендә үткәрелә һәм тыуған еренең хәтеренә битараф булмағандарҙы берләштерә. Был юлы сара яңы кимәлгә сыҡты тип әйтергә була. Ҡасимдарҙы осрашыуҙары менән ҡотларға республиканың төрлө төбәктәренән абруйлы ҡунаҡтар йыйылды.
Баян көйҙәре, дәртле бейеүҙәр, милли йырҙар Ҡасим ауылында көн дауамында яңғырап торҙо. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине. Сөнки бында һәр кем ашҡынып, тыуған ерҙәрен һағынып, күңелдәре тулып ҡайтҡайны. Беҙҙең ҡаланың Аҡ ҡалфаҡ ойошмаһы вәкилдәре лә был сарала илһамланып, яңы уйҙар туплап, ҡеүәтләнеп йөрөгән.
Башта ҡасимдар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтары иҫтәлегенә арналған мемориаль комплекс янына йыйылды. Бында осрашыуҙы ойошторорға, ауылдаштарҙы бергә йыйырға ярҙам иткән кешеләр билдәләнеп кителде. Тыуған ерҙәренә битариф булмағандар иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары менән алып ҡыуанды. Иң мөһиме был көндә ошо сараны ҙурлап, ул рәсмиләштерелеп ҡуйылды.
https://vk.com/video/@tk_salavat/all?z=video-39758439_456248075%2Fclub39758439