
Ҡаланың картиналар галереяһында "Тыуған яғым" тип аталған яңы күргәҙмә асылды. Уның авторы ҡалабыҙҙа йәшәүсе оҫта Әсғәт Йәлиев. Рәссамдың тыуған ҡалаһында ойошторолған был бишенсе күргәҙмәһе. Бынан тыш, яҡташыбыҙ башҡа ҡалаларҙа ла үҙенең картиналары менән таныштырғаны бар. Был юлы Әсғәт Йәлиев салауаттарҙы ниндәй эштәрен тәҡдим итеүе тураһында һөйләйбеҙ.
Әсғәт Ғизетдин улы Йәлиев Салауат ҡалаһында йәшәп, ижад итеүсе рәссамдарҙың береһе. Ишембай районы Азнай ауылында тыуып үҫкән малайға һүрәт төшөрөү буйынса махсус белем алырға насип булмай. Бәхеткә ҡаршы, әрмелә хеҙмәт иткән ваҡытында Әсғәт Ғизетдин улын полктың художнигы итеп ҡуялар. Шул ваҡытта егет оҫталығын шымартыр өсөн арымай-талмай һүрәттәр төшөрә башлай һәм уның эштәре уңышлы ғына килеп сыға.
Әсғәт Ғизетдин улы һөнәрен алмаштырһа ла, һүрәт төшөрөргә яратыуын ташламай. Ул бигерәк тә тыуған яҡ тәбиғәтен бар күңелен һалып, илһамланып эшләй. Уның пейзаждарында-Тыуған Башҡортостандың урмандары, күлдәре, баҫыуҙары һәм йылғаларын күрергә була. Картиналар галереяһында асылған был күргәҙмәһендә лә төрлө төҫтәр менән биҙәлгән ошондай 34 картинаһы урын алған.
Тулыраҡ һылтанма буйынса https://vk.com/tk_salavat?from=groups&w=wall-39758439_49675