Оло юлға саҡырып

29 мая в 11:38 / 2 просмотра

Оло юлға саҡырып

24 майҙа ҡаланың барлыҡ мәктәптәре гөрләп торҙо. 11-се класты тамамлаған 503 уҡыусы һәм 9-сы класты бөткән 1518 егет-ҡыҙ өсөн был көндә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Был һағышлы ла, шатлыҡлы ла байрам тантанаһы 25-се башҡорт гимназияһында ла матур һәм тантаналы шарттарҙа уҙҙы.

25-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары өсөн мәктәп тормошоноң иң сағыу, иҫтәлекле мәле. Егет-ҡыҙҙар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Быйылғы йылда гимназияны 29 уҡыусы тамамлай, уларҙың етәүһе алтын һәм көмөш миҙалға дәғүә итеүе лә үтә ҡыуаныслы. Уларҙың класс етәкселәре Гөлшат Зиннур ҡыҙы әйтеүенсә, быйылғы ун беренселәр бар яҡтан алдынғылыҡты бирмәгән.

Ун беренселәрҙең шатлыҡтарын бүлешеп, тантаналары сарала хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр балаларға фатиха биреп, изге теләктәрен еткерҙе. Һәр кем егет-ҡыҙҙарға тормошта үҙ урындарын табып, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып китеүен теләне.

https://vkvideo.ru/video-39758439_456249027

Мәҡәлә менән уртаҡлашыу

Иң танылғаны