Ҡоролтай эшен барлай

17 ғинуар в 10:28 / 12 просмотров

Ҡоролтай эшен барлай

Күптән түгел ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы булып үтте. Сираттағы осрашыу уҙған йылдың декабрь аҙағында үткән оло йыйын - Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының 6-сы съезды йомғаҡтарына арналды. Мөһим һөйләшеү эшендә ҡала хакимиәте башлығы Альберт Моталов та ҡатнашты. Етәксе съездың беҙҙең төбәк өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға булыуын билдәләне һәм тел мәсьәләһенә айырым иғтибар бирҙе.

Был көндәге һөйләшеүҙә Өфө ҡалаһынан ҡоролтай вәкиле лә булыуы сара мәртәбә өҫтәне. Билдәле кинорежиссер, Булат Йосопов Салауат ҡалаһының мәҙәни юҫыҡта үҫеү, сәнғәт яғынан рсепубликаның үҙәге булыуына барлыҡ нигеҙҙәр бар тип билдәләне. Ул Бары үҙгәрештәрҙән ҡурҡмай, алға барырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул уҡ вағытта үткәндәҙе онотмай, эшләргә кәрәк тине ҡунаҡ.

Ысынлап та, Булат Тимербай улының һүҙҙәрен ҡеүәтләп, съезд делегаты, мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова Радия Хәбировтың сығышының мөһим пунктарына туҡталып китте. Ә бына уҙған йылдарҙа Ҡоролтайға делегеат булып барған Иҙел Хәлимов республикала ҡурай байрамы булдырыуына ҡыуынысын белдереп, Салауатта Торналар йыры ҡурай байрамын тергеҙеп ебәрергә тәҡдим итте. Шулай уҡ башҡорт телен ҡыҙыҡлы итеп өйрәнеүҙә балалар менән башҡорт йырҙарын хор йәки ансамбль булараҡ башҡарыу тәҡдимен еткреҙе. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимиров был һорауҙар киләһе биш йылға төҙөлгән юл картаһында урын ала тип белдерҙе.

Тулырыҡ https://vk.com/tk_salavat?from=groups&z=video-39758439_456248555%2Fcac2b1e0154dd573b7%2Fpl_w...

Мәҡәлә менән уртаҡлашыу