
Салауат Юлаев бульварындағы милли батырыбыҙ һәйкәле янында салауаттарҙың күпләп йыйылған мәле. Бөгөн улар тырма, сүп йыйыу өсөн тоҡтар алып, ҡулдарына бирсәткәләр кейеп, өмәгә әҙерләнә. Һәр яҙ һайын Салауат Юлаев һәйкәле янын күмәкләп тәртипкә килтереү – салауаттар тарафынан күптән йолаға һалынған эш.
Башҡорт йәмәғәт ойошмалары башланғысы менән ойошторолған өмә барлыҡ илһөйәр, рухлы милләттәштәребеҙҙе бер майҙанға йыйҙы. Улар һәйкәл тирәләй майҙандағы көнкүреш ҡалдыҡтарҙы, ҡороған үлән- япраҡтарҙы тоҡтарға тултырып, бер урынға ташынылар. Өмәнең йәме булып ағинәйҙәр милли кейемдә килгәндәр ине.
Тулыраҡ һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин - https://vkvideo.ru/video-39758439_456248804