
Хәҙер һөйләнәсәк ҡәләм оҫтаһы үҙенә биш йыл һайын китап сығарырға тигән маҡсат ҡуйған. Сираттағы ижади юбилейына материалдар туплап йөрөгәндә ул яҡташтарынан оло ҡорға арнап, берәй йыр йәки шиғыр яҙып биреү тәҡдимен ала. Бынан һуң тотош поэма барлыҡҡа килә, һәм китабының исеме лә ошо поэма алынып, “Үҫәргәндәр ораны” тип атала.
Мираҫ тыуған-яҡты өйрәнеү китапханаһында бөгөн ошолай йыр-моңдар, милли музыка уйын ҡоралдарында илаһи көйҙәр яңғырай. Бында ҡалала күптәргә таныш булған ҡәләм оҫтаһы Иҙел Хәмит улы Хәлимовтың оло юбилей йылына арналған матур кисә ойошторолған. Әйтергә кәрәк, бындай байрам саралары яҙыусының тыуған төйәге Ейәнсура районынан башланып, Салауатта ошолай йылы осрашыу менән йомғаҡланып ҡуйыла. Һәм юбилярҙы тәбрикләргә дуҫтары, ҡәләмдәштәре һәм рухташтары йыйылған.
Әҙәби мөхиткә тағы ла йәм өҫтәп, был көндө Иҙел Хәмит улы салауаттарға “Үҫәргәндәр ораны” тигән яңы китабын да тәҡдим итте. Унда яҙыусының поэмалары, һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, ижад ителгән йырҙары ингән. Дуҫтарына, туғандарына ҡағылған иҫтәлекле фотоһүрәттәр урын алған. Был китабы уның яҡташтарына арналыуы менән дә ҡәҙерле һәм яҡын.Артабан https://vk.com/tk_salavat?from=groups&z=video-39758439_456248558%2F3dc1a1df2d2a0411f1%2Fpl_w...