Шайморатовсылар сыҡты бәйгегә

07 марта в 09:10 / 6 просмотров

Шайморатовсылар сыҡты бәйгегә

Өфөлә Ҡышҡы Шайморатов уйындары уҙҙы. Унан ҡаланың 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары уңыштар менән ҡайтты.

Башҡортостанда Шайморатов уйындары йылына ике тапҡыр үткәрелә.Ҡышҡыһы - Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан һәм йәйгеһе - Республика көнө алдынан ойошторола. Быйыл ҡышҡы Шайморатов уйындары һигеҙенсе тапҡыр уҙҙы. Унда ҡатнашыусы уҡыусыларға үҙҙәрен физик яҡтан ғына түгел, интеллектуаль яҡтан да күрһәтергә тура килә. Был ярыштарҙа 25-се башҡорт гимназияһы командаһы ла ҡатнашып ҡайтты.

25-се башҡорт гимназияһында уҡыусылар бер нисә Шайморатов кластарында белем ала. Быйылғы уҡыу йылынан был рәт тағы ла берәүгә артты. 5 А синыфына килеүсе малай-ҡыҙҙар ошондай исемен йөрөткән класҡа ҡабул ителде. Ә инде күптән түгел был класс Ҡышҡы шайморатов уйындарында ҡатнашып, 36 команда араһынан икенсе урын яулап ҡайтты. Дүрт кешенән команда торған автоматты һүтеү һәм йыйыу, магазинды патрондар менән йыһазландырыу, узелдар бәйләү, традицион башҡорт уҡтарынан атыу буйынса оҫталыҡтарын күрһәтә.

https://vk.com/tk_salavat?from=groups&w=wall-39758439_50262

Мәҡәлә менән уртаҡлашыу