Ошо көндәрҙә мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреүселәр көнө билдәләнә. Тәрбиәсе иң яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәттәрҙең береһе. Беҙҙең ҡала баҡсаларында тырыш, үҙ эшенә мөкиббән киткән тәрбиәселәр эшләй. Байрамдары айҡанлы киләһе яҙмабыҙ 50-се башҡорт балалар баҡсаһы асылған көндәрҙән эшләүсе Роза Бураканова тураһында.
Үҙ эшенә мөкиббән киткән, бар булмышын балаларға арнаған - Салауаттың иң шәп тәрбиәселәренең береһе – Роза Хәбибрахман ҡыҙы Бураканова менән таныштырып тороуҙа кәрәкмәйҙер. 40 йыл ғүмерен кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышлаған тәрбиәсе ҡалала күптәргә таныш, уның йылы ҡанаты аҫтынан әллә-күпме малай-ҡыҙҙар үҫеп сыҡҡан. Балаларҙы яратыуым, кескәйҙәрҙең үҫешен күреү мине балалар баҡсаһына алып килгәндер тип бөгөн һөйләй тәрбиәсе.https://vk.com/tk_salavat?z=video-39758439_456248238%2Fc6a1471c54ff87033b%2Fpl_wall_-39758439