Уларҙа бит алтын көҙҙөң йәме

02 октября в 14:04 / 20 просмотров

Уларҙа бит алтын көҙҙөң йәме

Халыҡ-ара ололар көнө алдынан беҙ һеҙҙе ғәжәйеп ҡатын-ҡыҙ Хәлимә Ғүмәр ҡыҙы Кантюкова менән таныштырырға теләйбеҙ. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул бер минут тик ултырмай. Спорт менән шөғөлләнеүҙән алып һалдаттарға маскировка селтәрҙәре үреү, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Бер һүҙ менән әйткәндә, Хәлимә Ғүмәр ҡыҙы күптәргә өлгө булып тора.

Таныш булығыҙ - Хәлимә Ғүмәр ҡыҙы Кантюкова. Ул әле лә йәш саҡтағы кеүек үк дәрт-дарманлы һәм тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаған. Кантюковка ауылында йәшәүсе апай бер ваҡытта ла буш ултырмай, һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл. Бигерәк тә хаҡлы ялға сыҡҡас, уның «икенсе һулышы» асылғандай була. Үҙенең ошондай тик тормаҫ, йәш күңелле булыуын, мин ҡәйнә тупрағынан яралғанмы менән бәйләй.

Тулыарҡ - https://vk.com/tk_salavat?z=video-39758439_456249375%2F49df36655e8803cd06%2Fpl_post_-39758439_54995

Мәҡәлә менән уртаҡлашыу