Быйыл Рәсәйҙә 18 млн-дан ашыу уҡыусы парта артына ултырҙы. Салауатта уҡыусылар һаны 15 мең тирәһе, уларҙың 1376-һы беренсе класҡа төшөүсе малай-ҡыҙҙар. Ҡалабыҙҙың дүрт мәктәбе тулыһынса капиталь ремонтҡа ябылып, уларҙа ҙур төҙөкләндереү эштәре бара. Быларҙан тыш, мәғариф өлкәһендәге төп яңылыҡ булып, быйылдан уҡыу программаһына яңыртылған предметтар индерелде. Хәҙер "Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре" ҡыҫҡартып әйткәндә ОБЖ урынына "Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау" фәне, ә инде технология - Хеҙмәт дәресе тип үҙгәртелде.
https://vk.com/tk_salavat?z=video-39758439_456248184%2F1761e6ee0c852855d2%2Fpl_wall_-39758439