
Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошованың юбилей кисәһе уҙҙы.
50 йәш - елле йәш. Күп кенә тамашасының һөйөүен яулап, сағыу ролдәре менән генә түгел, мәғәнәле тамашалары менән таң ҡалдырған Салауат башҡорт дәүләт драма теарты актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова үҙенең алтын юбилейын билдәләне. Ғүмер байрамы уңайынан театрҙа матур тамаша ойошторолоп, юбилярға ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
Ҡалабыҙҙың драма театры байрамса биҙәлеш алған. Бөгөн бында Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошованың юбилей кисәһе уҙа. Актерҙың шатлығын уртаҡлашырға коллегалары, яратҡан тамашасылары, етәкселәр, туғандары һәм яҡындары йыйылған. Юбиляр уларҙың һәр береһен ихлас ҡаршы алырға, шул арала журналистар менән дә әңгәмә ҡороп, мин ҡабаттан тыуыр булһам тап актриса булыр инем, тип йылмайҙы.
https://vk.com/tk_salavat?from=groups&z=video-39758439_456249003%2Fvideos-39758439%2Fpl_-397...